Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы

Просмотров: 1131

АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы [25.12.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны (БР‑ҙың Мишкә районы) Яңы Сәфәр а. — 24.1.1971, Ленинград ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). Майор (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота училищеһын тамамлаған (Боровичи ҡ., 1956). 1942 й. алып Совет армияһында. 1943 й. сентябренән Брянск, Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армия 77‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 221‑се гвардия уҡсылар полкының танкыға ҡаршы ҡорал тоҫҡаусы гвардия кесе сержанты А. 1943 й. 28 сентябрендә Белорус ССР‑ы Комарин а. төньяҡтараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1969 й. отставкала. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1943). А. исеме Мишкә районы Мишкә а. урамға бирелгән, шулай уҡ Мемориаль комплекстың гранит стенаһында уға барельеф, Яңы Сафар а. иҫтәлекле таҡта ҡуйылған.

  Әҙәб.: А р г ы н б а е в И. Он стоял насмерть //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 13.04.2022
Дата последнего обновления публикации: 21.02.2024
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: