ЯҠУПОВА Нәүфилә Нурислам ҡыҙы
ЯҠУПОВА Нәүфилә Нурислам ҡыҙы (13.6.1975, БАССР‑ҙың Бөрйән районы Иҫке Монасип а.), актриса. БР‑ҙың атҡаҙанған (2008) һәм халыҡ (2022) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2003 й. алып). ӨДСИ‑не тамамлаған (1996; Г.А.Мөбәрәкова курсы). 1995 й. алып Салауат башҡ. драма театрында эшләй. Киң ижади диапазонлы актриса. Я. ижад иткән ҡатын‑ҡыҙ характерҙары юғары рухи көскә, күңел йылыһына, эскерһеҙлеккә эйә. Төп ролдәре: Гөлшаян (“Гөлшаян”, М.Әмир), Гөлнәзирә (“Салауат”, М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” пьесаһы буйынса), Лелечка (“Аҡ йәйҙәрем үтте инде” — “Ушло моё белое лето”, Л.Я.Станкова), Нәркәс (“Нәркәс”, И.Х.Йомағолов), Шәрифә Мөхәмәҙиева (“Ете ҡыҙ”, Н.Асанбаев), Маһира (“Әллә яңылыш, әллә яҙмыш”, Т.Ғ.Миңнуллин).
Г.Ә.Ишкинина