ИЛҺАМОВ Тамерлан Айсар улы
324
ИЛҺАМОВ Тамерлан Айсар улы (22.6.1994, БР‑ҙың Әбйәлил районы Асҡар а. — 4.7.2022, тыуған яғында ерләнгән). Гвардия прапорщигы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә (2014—17), Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла (2022) ҡатнашыусы. 2012 й. алып Рәсәй армияһында. Герой исеменә гвардия зенит‑ракета полкы зенит‑ракета батареяһы расчёты командиры И. алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була.
П.: Т.А.Илһамов
Дата публикации: 30.08.2022
Дата последнего обновления публикации: 30.08.2022