Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЙБУЛЛИН Айнур Рәүеф улы

Просмотров: 432

ХӘЙБУЛЛИН Айнур Рәүеф улы (22.9.1986, Учалы ҡ.), юрист. Юридик фәндәр кандидаты (2012). БДУ‑ны тамамлаған (2009). 2012 й. алып шунда уҡ эшләй: 2013 й. башлап Хоҡуҡ институтының өлкән уҡытыусыһы, 2014 й. — дәүләт теорияһы һәм хоҡуҡ кафедраһы доценты, бер үк ваҡытта 2014 й. алып БР Дәүләт идаралығының кесе академияһында директор урынбаҫары, 2018 й. — директор. Фәнни эшмәкәрлеге дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы, мәғариф һәм фән өлкәһен хоҡуҡи яҡтан көйләү проблемаларына, шулай уҡ мәғарифтағы мәғлүмәт‑белем биреү технологияларына арналған. 40‑тан ашыу мультимедиа электрон баҫмаларын әҙерләгән. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2021).

Хеҙм.: Институт нотариата в Башкортостане: история и современность. Уфа, 2010; Государственное управление в России: историко‑правовые аспекты. М., 2018 (авторҙ.); Россия в XXI веке: модернизационный проект. Образование. Экономика. Общество. М., 2021 (авторҙ.).

П.: А.Р.Хәйбуллин

Дата публикации: 01.09.2022
Дата последнего обновления публикации: 01.09.2022