Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович

Просмотров: 952

СЕРАФИМОВ Максим Владимирович (8.1.1995, Өфө ҡ. — 27.2.2022, тыуған яғында ерләнгән). Өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлаған (2018). 2013 й. алып Рәсәй армияһында. 2018 й. башлап РФ Ҡораллы көстәре Генераль штабының Баш идаралығы махсус тәғәйенләнештәге бригадаһының махсус тәғәйенләнештәге төркөмө командиры (Псков ҡ.). Герой исеменә 2‑се айырым гвардия махсус тәғәйенләнештәге бригадаһының махсус тәғәйенләнештәге төркөмө командиры С. алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән (2022, үлгәндән һуң). Өфө ҡ. С. исеме 40‑сы айырым предметтар тәрән өйрәтелгән белем биреү үҙәгенә (бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған) һәм БР “Патриот” хәрби‑патриотик мәҙәниәт һәм ял паркына бирелгән (Шишмә районы Алкин 2‑се а.).

 

Дата публикации: 05.09.2022
Дата последнего обновления публикации: 25.01.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: