Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШКИН Хәбир Кәбир улы

Просмотров: 321

ИШКИН Хәбир Кәбир улы (12.4.1962, БАССР‑ҙың Ғафури районы Ерекле а.), математик. Физика‑математика фәндәре докторы (2014). БДУ‑ны тамамлаған (1984). 1987 й. алып РСФСР Мәғариф министрлығының Милли мәктәптәр ҒТИ‑нда кесе ғилми хеҙмәткәр. 1988 й. башлап БДУ‑ла эшләй: уҡытыусы, 2016—21 йй. математик анализ кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2020 й. алып Ғилми‑тикшеренеү секторының баш ғилми хеҙмәткәре. Фәнни эшмәкәрлеге һыҙыҡлы операторҙарҙың спектраль теорияһына һәм уның математик физикалағы ҡушымталарына, дифференциаль тигеҙләмәләрҙең аналитик теорияһына арналған. И. тарафынан монодромһыҙ потенциалдар ысулы уйлап табылған, уның нигеҙендә төрлө типтағы үҙэйәртеүле дифференциаль операторҙарҙан йыраҡ урынлашҡан спектрҙы локалләштереү өсөн тейешле һәм етерлек шарт булдырылған. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2021).

Хеҙм.: Спектрально неустойчивые операторы. Уфа, 2014; Математические методы квантовой механики. Уфа, 2020.

П.: Х.К.Ишкин

Дата публикации: 05.09.2022
Дата последнего обновления публикации: 05.09.2022