Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘҺҮҘИН Ғимат Йыһангир улы

Просмотров: 1103

ЙӘҺҮҘИН Ғимат Йыһангир улы [1898 й. ғинуары, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Туҙлыҡыуыш а. (хәҙер БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 10.7.1938, Өфө ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1916 й. алып Соҡаҙытамаҡ улус идаралығында йомошсо, һуңынан күсереп яҙыусы, 1918 й. — өйәҙ ревкомы тат.‑башҡ. комиссариаты хеҙмәткәре (Бәләбәй ҡ.). 1920 й. башлап Соҡаҙытамаҡ улус башҡарма комитеты рәйесе, 1922 й. декабренән Бәләбәй кантонының финанс бүлеге мөдире, 1927 й. алып Бәләбәй ҡ. башҡарма комитеты, 1929 й. — БАССР ХХС‑ы рәйесе, 1934 й. — БАССР‑ҙың урындағы сәнәғәте халыҡ комиссары. 1934 й. Бөтә Рәсәй ҮБК ҡарамағындағы Башҡ. хөкүмәтенең даими вәкиле (Мәскәү ҡ.). 1937 й. репрессиялана, 1938 й. атыла. 1957 й. аҡлана. Тыуған ауылында Й. һәйкәл ҡуйылған, Д.Кургановтың һәм П.Фединдың “Атылған наркомдың ҡайтыуы” (“Возвращение расстрелянного наркома”) повесы уға арналған.

Хеҙм.: Решающий год пятилетки: Башкирская промышленность в 1929‒30 году. Уфа, 1929; Борьба за башкирскую нефть. Уфа, 1932; Индустриализация Башкирии. Уфа, 1934.

Ф.Ф. Йәһүҙин



Дата публикации: 08.09.2022
Дата последнего обновления публикации: 22.09.2022