Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НӘСИБУЛЛИН Игорь Леонидович

Просмотров: 969

НӘСИБУЛЛИН Игорь Леонидович (14.7.1995, Дмитриев ҡ. — 29.3.2022, Украинаның Харьков өлкәһе, БР‑ҙың Яңауыл районы Иҫке Вәрәш а. ерләнгән), танкист, өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2022). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022). Ҡазан юғары танк команда училищеһын тамамлаған (2017). 2002—10 йй. Иҫке Вәрәш а. йәшәгән һәм уҡыған. 2012 й. алып Рәсәй армияһында. 2017 й. башлап Көнбайыш хәрби округының танк частарында хеҙмәт иткән. Герой исеменә 20‑се гвардия дөйөм ғәскәри армияһы 3‑сө мотоуҡсылар дивизияһы 237‑се танк полкының танк ротаһы командиры Н. алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Иҫке Вәрәш а. ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Г.У.Кәбирова

Дата публикации: 12.09.2022
Дата последнего обновления публикации: 29.12.2022