Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УСМАНОВА Кәримә Ишбулды ҡыҙы

Просмотров: 608

УСМАНОВА Кәримә Ишбулды ҡыҙы (28.11.1971, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Күсей а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2015). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1994) Баймаҡ районы Күсей урта мәктәбендә, 1997—98 йй. Сибай урта мәктәп‑интернатында уҡытыусы булып эшләй. 2000 й. алып “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе, бер үк ваҡытта 2000—10 йй. Сибай яҙыусылар ойошмаһының әҙәби хәбәрсеһе, 2010 й. башлап “Башҡортостан” гәзитенең Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсеһе (бөтәһе лә — Сибай ҡ.). Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2021).

Тәрж. Г.У.Кәбирова

Дата публикации: 10.10.2022
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2022