Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗУБАРЕВ Андрей Сергеевич

Просмотров: 1278

ЗУБАРЕВ Андрей Сергеевич (3.3.1987, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2014). “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.А.Чижов). “Салауат Юлаев” (2003—05, 2012—15, 2021—22), “Аҡ Барыҫ” (Ҡазан ҡ., 2005—08), “Атлант” (Мытищи ҡ., 2008—10, 2011—12), Америка хоккей лигаһы (АҠШ, 2010—11), Армия спорт клубы (Санкт‑Петербург ҡ., 2015—20), “Спартак” (Мәскәү ҡ., 2020—21) хоккей клубтары өсөн сығыш яһай. Олимпия уйындары (2018), донъя (2014) һәм Рәсәй (2006, 2017) чемпионы, Континенталь Кубокты (2008) һәм Гагарин Кубогын (2017) яулаусы, Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2007, 2014, 2020) һәм бронза (2018—19) призёры. Йәштәр араһында донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2006—07). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2009 й. алып). Дуҫлыҡ (2018), Почёт (2014) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.У.Кәбирова

 

Дата публикации: 14.10.2022
Дата последнего обновления публикации: 10.01.2023