Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛИМОВ Владимир Ришат улы

Просмотров: 1036

ӘЛИМОВ Владимир Ришат улы (6.12.1957, БАССР‑ҙың Ҡариҙел районы Ҡариҙел а.), лётчик, полковник (2004). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (2005), лётчик‑снайпер (2003). 1996 й. һәм 1999 й. Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Викт.Р.Әлимовтың ҡустыһы. Һарытау юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын тамамлаған (1979). 1975 й. алып Совет армияһында, 1992 й. башлап Рәсәй армияһында. 1986 й. Чернобыль АЭС‑ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. Герой исеменә РФ Хәрби һауа көстәренең Даими әҙерлектәге айырым вертолёт полкы эскадрилья командиры урынбаҫары майор Ә. алышта һәм 1999 й. 13 декабрендә Аргун тарлауығында боевиктар тарафынан бәреп төшөрөлгән Ми‑8 вертолётындағы махсус тәғәйенләнештәге төркөмдө һәм экипажды ҡотҡарғанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (2008) Вязьма ҡ. башлығы советнигы, “БР транспорт һәм энергия ресурстары проблемалары институты” ДУП‑ында директор урынбаҫары булып эшләй. Ҡыҙыл Йондоҙ (1990), Батырлыҡ (1996), “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” (1999) ордендары менән бүләкләнгән. Ә. исеме менән Ҡариҙел районы Абыҙ а. урам аталған. Тыуған ауылында Геройҙар аллеяһында уға һәйкәл, 1‑се урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 14.10.2022
Дата последнего обновления публикации: 26.01.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: