Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАБИКОВ Антон Игоревич

Просмотров: 533

БАБИКОВ Антон Игоревич (2.8.1991, Өфө ҡ.), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2015), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2017). Биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренерҙары В.И.Мишингин, В.А.Никитин). Биатлон буйынса эстафетала донъя чемпионы (2017), бер‑бер артлы уҙышта Донъя кубоктары этаптары еңеүсеһе (2016), шәхси уҙышта һәм яңғыҙ ҡатнаш эстафетала еңеүсе (икеһе лә — 2022), эстафетала (2015), бер‑бер артлы уҙышта (2016) һәм яңғыҙ ҡатнаш эстафетала (2016, 2022) Европа чемпионы, эстафетала (2013), шәхси уҙышта (2014), спринтта (2016), бер‑бер артлы уҙышта (2018), суперпасьютта (2020) һәм эстафетала (2021) Рәсәй чемпионы, Европа чемпионаттарының спринтта көмөш (2022), бер‑бер артлы уҙышта (2014—15) һәм спринтта (2016) бронза призёры. Йәйге биатлон буйынса ир‑егеттәр араһында Рәсәй чемпионы (2013—15, 2018, 2021); үҫмер спортсылар араһында донъя (2012) һәм Европа (2010) чемпионы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2018). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2013 й. алып).

 

 

Дата публикации: 25.10.2022
Дата последнего обновления публикации: 27.10.2022