Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАҺИҘУЛЛИНА Аделина Рөстәм ҡыҙы

Просмотров: 431

ЗАҺИҘУЛЛИНА Аделина Рөстәм ҡыҙы (13.1.1993, Өфө ҡ.), спортсы. Фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2016), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018). 23‑се СДЮСШОР (тренеры О.М.Шагаева), 5‑се республика спорт профилле мәктәп‑интернаты һәм Фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе (тренеры Е.А.Попов; бөтәһе лә — Өфө ҡ.) тәрбиәләнеүсеһе. Команда зачётында Олимпия уйындары (2020), донъя һәм Европа (икеһе лә — 2016, 2019) чемпионы, Европа уйындары (2015), Бөтә донъя хәрби уйындар (2019) һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионаты (2018) еңеүсеһе, Рәсәй кубоктарын яулаусы (2013, 2015, 2018), Европа чемпионатының көмөш призёры һәм донъя чемпионатының бронза призёры (икеһе лә — 2017); ҡатын‑ҡыҙҙар араһында шәхси зачётта Рәсәй кубогын яулаусы (2021), Европа уйындарының (2015) һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионатының (2018) бронза призёры. Команда зачётында йәштәр араһында Европа беренселектәре еңеүсеһе (2014—15). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2015 й. алып). Дуҫлыҡ (2021), Салауат Юлаев (2021) ордендары менән бүләкләнгән.

 

Дата публикации: 26.10.2022
Дата последнего обновления публикации: 27.10.2022