Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҒЫҘАҠ ЫЛАСЫНЫ

Просмотров: 772

ҺАҒЫҘАҠ ЫЛАСЫНЫ (Pernis apivorus), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (көнсығышта Алтайға тиклем) таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 600—1000 г (инә ҡоштар эрерәк), ҡанат йәйеме 135—150 см. Арҡаһы һоро-көрән, ата ҡоштарҙыҡы асығыраҡ төҫтә, ҡорһағы, ҡанат аҫты сиратлашып килеүсе ҡуйы көрән һәм аҡһыл арҡыры һыҙыҡтар булған көрәндән алып һарыға тиклем. Башы һәм суҡышы ҙур түгел. Күҙҙәре асыҡ һары. Ҡойроғо оҙон, йомро, өҫтән һәм аҫтан 3‑әр ҡара һыҙыҡ бар. Аяҡтары ҡыҫҡа, тырнаҡтары осло. Моногам. Ояһын (диаметры 0,5—0,8 м, бейеклеге 0,2—0,6 м) ағас сатырҙарында (8—15 м бейеклектә) ботаҡтарҙан ҡора йәки ҡарға һәм һарҙарҙың иҫке ояларын биләй, ботаҡ һәм япраҡтар түшәй. Ояла ғәҙәттә ҡуйы көрән таплы һәм төрткөлө ҡыҙғылт һары төҫтәге 2 йомортҡа була. Инә һәм ата ҡош 28—35 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө ҡош. Һағыҙаҡ ҡарышлауыҡтары, бөжәктәр һәм ваҡ умыртҡалылар менән туҡлана. Баҫыуҙарҙа, болондарҙа, урмандарҙа йәшәй. БР‑ҙың бөтә территорияһында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 02.12.2022
Дата последнего обновления публикации: 16.03.2023