Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛАТИПОВ Эдуард Ратмил улы

Просмотров: 992

ЛАТИПОВ Эдуард Ратмил улы (21.3.1994, Гродно ҡ.), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2016), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2022). Биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренерҙары В.И.Мишингин, В.А.Никитин). Биатлон буйынса бер-бер артлы уҙышта, ир‑егеттәр араһында һәм ҡатнаш эстафетала Олимпия уйындарының бронза призёры (2022); Бөтә донъя универсиадаһында спринт буйынса чемпион, шәхси уҙышта көмөш призёр һәм бер‑бер артлы уҙышта бронза призёр (2019), патрулдәр уҙышында Бөтә донъя хәрби уйындар (2017), ир‑егеттәр эстафетаһында (2021) һәм масс‑стартта (2022) Рәсәй чемпионаттарының еңеүсеһе, ҡатнаш эстафетала Европа чемпионатының көмөш призёры (2020), ир‑егеттәр эстафетаһында донъя чемпионатының бронза призёры (2021). Йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионы (2016, 2018), донъя чемпионатының көмөш һәм 2 тапҡыр бронза призёры (2019). Биатлон буйынса үҫмерҙәр араһында донъя (2 тапҡыр, 2015) һәм Европа (2015) чемпионы, Европа чемпионаттарының көмөш призёры (2014—15), донъя чемпионатының бронза призёры (2 тапҡыр, 2014). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2015 й. алып). 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы (2022), Салауат Юлаев ордены (2022) менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.У.Кәбирова

Дата публикации: 16.12.2022
Дата последнего обновления публикации: 20.12.2022