Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗАҺИТОВ Ғазый Ҡазыхан улы

Просмотров: 938

ЗАҺИТОВ Ғазый Ҡазыхан улы [20.8.1921, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Янағош а. (БР‑ҙың Мишкә районы) — 23.8.1953, шунда уҡ], артиллерист, разведчик. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. алып Ҡыҙыл армияла. Өлкән сержант З. һәм сержант М.П.Минин, 3‑сө удар армияһы 136‑сы армия туп артиллерия бригадаһы разведка дивизионының штурмлау төркөмө составында эш итеп, 1945 й. 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта рейхстаг бинаһы өҫтөнә Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай. Демобилизациянан һуң (1945) Мишкә районында эшләй: 1946 й. алып Янағош ауыл советы рәйесе, 1950 й. — Уръяҙы МТС‑ы механигы. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. З. исеме Өфө ҡ. урамға һәм 65‑се тат. гимназияһына, Әлмәт ҡ., Мишкә районы Мишкә а. һәм тыуған ауылындағы урамдарға бирелгән, шулай уҡ тыуған ауылында З. исемендәге музей эшләй, уның территорияһында һәм Мишкә а. уға һәйкәлдәр ҡуйылған.

 Әҙәб.: А б д у л л и н И.А. И вспыхнул стяг над Рейхстагом. Уфа, 2000.

Г.Т.Хөсәйенова

Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 31.03.2023
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023