Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МЫРҘАҒӘЛИМОВ Ғәзиз Ғәбиҙулла улы

Просмотров: 749

МЫРҘАҒӘЛИМОВ Ғәзиз Ғәбиҙулла улы [15.8.1923, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Наҡай а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) — 11.6.1990, ш. уҡ өлкә һәм райондың Дәрбиш а.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның 1‑се механизацияланған корпусы 75‑се танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының орудие ком. кесе сержант М. 1943 й. 2 окт. Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) “Ҡыҙыл двигатель” з‑дында (Сәмәрҡәнд ҡ.), 1973 й. башлап Силәбе ҡ. эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Илембәт а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) урамға һәм Дәрбиш урта мәктәбенә М. исеме бирелгән, Силәбелә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 11.04.2023
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023