Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АҒИҘЕЛ”, шайбалы хоккей буйынса ҡатын‑ҡыҙҙар командаһы

Просмотров: 48

“АҒИҘЕЛ”, шайбалы хоккей буйынса ҡатын‑ҡыҙҙар командаһы. 2010 й. Өфө ҡ. “Рәсәйҙә ҡатын‑ҡыҙҙар хоккейын үҫтереү” программаһына ярашлы ойошторола. “Салауат Юлаев” хоккей клубы структураһына инә, Ҡатын‑ҡыҙҙар хоккей лигаһында ҡатнаша, Өфө спорт һарайында шөғөлләнә. “А.” – Ҡатын‑ҡыҙҙар хокей лигаһы чемпионаттарының еңеүсеһе (2018–19, 2021) һәм көмөш призёры (2016–17, 2020), Рәсәй чемпионаттарының бронза призёры (2012–15). Команданың төп уйынсылары Олимпия уйындарында, донья чемпионаттарында һәм Бөтә донъя универсиадаһында ҡатнашыу өсөн даими рәүештә Рәсәй милли, йәштәр һәм студенттар йыйылма командалары составына йәлеп ителә. Команда менән Д.А.Афиногенов, С.Н.Трудаков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.У.Кәбирова

Дата публикации: 19.04.2024
Дата последнего обновления публикации: 19.04.2024