Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЫБАКОВ Максим Радикович

Просмотров: 332

РЫБАКОВ Максим Радикович (3.1.1990, БАССР‑ҙың Белорет районы Үрге Арша ҡсб – 2.2.2024, Белорет ҡ. ерләнгән). Гвардия капитаны. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2024). Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә (2018) һәм Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2022–24). Рязань юғары һауа-десант команда училищеһын тамамлаған (2013).

    2008 й. алып Рәсәй армияһында. 2013 й. башлап 98‑се гвардия һауа‑десант дивизияһы 331‑се гвардия парашют‑десант полкы (Кострома ҡ.) составында. Герой исеменә 98‑се гвардия һауа‑десант дивизияһы 299‑сы гвардия парашют‑десант полкының 1‑се парашют‑десант батальоны командиры гвардия капитаны Р. хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Батырлыҡ, генерал Шайморатов (2024, үлгәндән һуң) ордендары менән бүләкләнгән.

Дата публикации: 03.12.2024
Дата последнего обновления публикации: 03.12.2024