Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУФИЯРОВ Илдар Филорет улы

Просмотров: 512

СУФИЯРОВ Илдар Филорет улы (15.11.1971, Өфө ҡ. – 12.4.2024, тыуған яғында ерләнгән), өлкән лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2024). Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларын һаҡлау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы (2023—24). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1994) “Өфө нефть эшкәртеү заводы” ААЙ‑нда эшләй. 2023 й. алып Рәсәй армияһында. 2023 й. башлап 67‑се мотоуҡсылар дивизияһы 31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге 1-се мотоуҡсылар батальоны 2‑се мотоуҡсылар ротаһының 2‑се мотоуҡсылар взводы командиры. Герой исеменә өлкән лейтенант С. хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була.

Тәрж. Г.У.Кәбирова

Е.А.Смирнов
Дата публикации: 23.01.2025
Дата последнего обновления публикации: 18.09.2025
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: