Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘРОВ Ғәбит Абдулла улы

Просмотров: 1574

ӘХМӘРОВ Ғәбит Абдулла улы [24.2.1921, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны Иҫке Сытырман а. (БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны) — 11.4.1996, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Бала Сытырман а.], артиллерист, лейтенант (1945). Советтар Союзы Геройы (1944). 1‑се Атлы Армия ис. Тамбов Ҡыҙыл Байраҡлы кавалерия уч‑щеһын тамамлаған (1945). 1942 й. алып Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, Үҙәк фронттарҙа хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 62‑се гвардия кавалерия полкының взвод ком. ярҙамсыһы гвардия өлкән сержанты Ә. 1943 й. 21 һәм 22 сент. Украина ССР‑ының Клочково һәм Ивашовка аа. тирәһендә барған алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) БАССР ЭЭМ органдарында хеҙмәт итә, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑нындағы “Салауат”, А.С.Пушкин ис. к‑здарҙа рәйес, Бала Сытырман а/с рәйесе булып эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Ә. һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Кулмухаметов  Х. Ратной дорогой //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 01.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.03.2023