Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы

Просмотров: 1240

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы [15.9.1906, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Себенле а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 2.1.1982, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. майынан Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 16‑сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы 58‑се гвардия кавалерия полкының танкыға ҡаршы орудие ком. сержант Б. 1943 й. 27 сент. Белорус ССР‑ы Нивки а. янында Днепрҙы аша сыҡҡанда һәм 29 сент. Галки а. өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) БАССР‑ҙың ЭЭМ органдарында хеҙмәт итә, артабан Әлшәй р‑ны “Мир” к‑зында эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында Б. һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Зиновьев А. Разящий без промаха //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 01.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023