Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБСЕНТЕИЗМ

Просмотров: 1539

АБСЕНТЕИЗМ (лат. absentia — юҡлыҡ), һайлаусыларҙың дәүләт органдарына һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартыуы; ғәмәлдәге идара формаһы, сәйәсәт режимына ҡаршы халыҡтың пассив протесы һ.б. А. төп сәбәптәре: сәйәси институттарҙың һөҙөмтәле булыуына ышаныстың юғалыуы, ижт.‑сәйәси ваҡиғаларға битарафлыҡ һ.б. Кеше азатлығының айырым билдәһе булараҡ, А. һәр йәмғиәттә булыуы мөмкин; һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тартҡан кеше эҙәрләнмәй. Совет осоронда А. киң таралыу алмаған. 12‑се саҡырылыш (1990) РСФСР халыҡ депутаттарын һайлауҙа БАССР б‑са һайлаусыларҙың 81,8%; РФ‑тың 1‑се саҡырылыш (1993) Дәүләт думаһы депутаттарын һайлауҙа БР б‑са 62,7%, 2‑се (1995) — 73,7%, 3‑сө (1999) — 73,6%, 4‑се (2003) — 75,9%, 5‑се (2007) — 89,7%, 6‑сы (2011) — 79,3%; 1‑се саҡырылыш (1995) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа 58,7%, 2‑се (1999) — 61,3%, 3‑сө (2003) — 57,1%, 4‑се (2008) — 90,1%; 1993 й. Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлауҙа 62,7%; 1998 й. — 69,8%; 2003 й. 1‑се турҙа 75,9%, 2‑сеһендә һайлаусыларҙың 69,9%‑ы ҡатнаша.

Р.Ш.Кәлимуллин

Тәрж. Г.М.Яҡупова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: