Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБЫҘГИЛДИН Йыһангир Талха улы

Просмотров: 1209

АБЫҘГИЛДИН Йыһангир Талха улы [10.2.1875, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Йәнбәк а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 17.6.1938, Өфө], дин әһеле, мәғрифәтсе. Ахун (1912). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1907) Беренсе йәмиғ мәсете имам‑хатибы һәм ш. уҡ ваҡытта “Ғосмания” мәҙрәсәһе директоры. 1923—28 йй., 1932—36 йй. Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) ҡазыйы, ағзаһы. 1928—32 йй. Нарым крайында һөргөндә була. Исламда реформалар, белем алыуҙа һәм сәйәси тормошта ҡатнашыуҙа ҡатын‑ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлылығы яҡлы була. Беренселәрҙән булып Өфөлә мәҙрәсә эргәһендә ҡатын‑ҡыҙҙар курстары аса. Астрономия, тәбиғәт белеме, филос. б‑са уҡыу әсбаптары авторы. А. мосолман уҡыу йорттарында донъяуи фәндәрҙе уҡытыу программаһын эшләй. 4‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында ҡатнаша. Репрессиялана (1936), атыла. 1994 й. аҡлана.

Хеҙм.: Рух хакында фәлсәф жадидә вә исламияткә бер назыр. Уфа, 1909; Гыйльме һәйәт тарихчасы. Уфа, 1911; Мәк орлыгы. Уфа, 1913; Дин дәресләре. Казан, 1919.

Әҙәб.: Рахимкулова М.Ф. Преподавание естественных наук в татарских школах дореволюционной России. Оренбург, 1998; Юнусова А.Б. Ислам в Башкортостане. Уфа, 1999.

А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019