Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВСТРИЯ, Австрия Республикаһы

Просмотров: 1398

АВСТРИЯ, Австрия Республикаһы, Үҙәк Европала Дунай й. басс. дәүләт. Майҙаны — 83,8 мең км2. Баш ҡалаһы — Вена. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 8,4 млн кеше (2010), 98% — австрийҙар. Рәсми тел — немец теле. Диндарҙарҙың күпселеге — католиктар.

БР-ҙың А. м‑н бәйләнештәре РФ м‑н А. араһындағы мөнәсәбәттәр нигеҙендә тормошҡа ашырыла. БР Сауҙа‑сәнәғәт палатаһы м‑н А. Федераль Иҡт. палатаһы араһында хеҙмәттәшлек т‑да (1992), А. Иҡт. һәм хеҙмәт министрлығы м‑н БР Иҡт. министрлығы араһында хеҙмәттәшлек т‑да (1999) килешеүҙәргә, Башҡортостан м‑н А. араһында тышҡы иҡт. мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү т‑да протоколға (1994), БР‑ҙа целлюлоза һәм ҡағыҙ етештереүҙе ойоштороу т‑да меморандумға һәм БР‑ҙа йылылыҡ м‑н тәьмин итеү системаһын модернизациялау б‑са килешеүгә (2002) ҡул ҡуйылған. БР Президенты М.Ғ.Рәхимов РФ Хөкүмәте делегацияһы составында А. рәсми визит м‑н була (2002). 1993 й. А. БР‑ҙың Сауҙа миссияһы асыла. 1995 й. Венала БР‑ҙың Тышҡы бәйләнештәр министрлығы вәкиллеге ойошторола, 1997 й. — А. БР вәкиллеге, ул бер үк ваҡытта БР‑ҙың Европа Союзы илдәрендәге вәкиллеге лә булып тора. А. делегаттары 2‑се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] эшендә ҡатнаша. БР‑ҙың БДБ‑нан башҡа илдәр м‑н тышҡы сауҙаның дөйөм күләмендә А. өлөшөнә 0,2% тура килә (2002). БР м‑н А. тышҡы сауҙа әйләнеше 6,2 млн АҠШ доллары тәшкил итә (1998 й. ҡарағанда 1,7 тапҡырға күберәк). БР‑ҙың А. экспорты 2,3 млн доллар (1998 й. — 0,6 млн доллар); тауар структураһында металдар һәм металл изделиелар, ағас һәм ҡағыҙ изделиелар, химия продукттары, каучуктар өҫтөнлөк итә. А. машиналар, ҡорамалдар, транспорт, металдар һәм металл изделиелар, фарм. продукция һ.б. импорты 3,9 млн доллар тәшкил итә (1998 й. — 3 млн доллар). БР‑ҙың төп экспортлаусы пр‑тиелары — Белорет металлургия комбинаты, Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы; импортлаусы — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, “Сода”, “Уфаоргсинтез”, “Уфанефтехим”, “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑лары һ.б. 1998 й. ҡарата БР терр-яһында А. капитал йәлеп итеп, 7 берлектәге предприятие эшләгән. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институты “Singenta”, “Dau” А. компаниялары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Зальцбург ҡ. Халыҡ‑ара йәрминкәлә (1992) БР м‑н таныштырыу күргәҙмәһе үтә, уның эшендә Башҡортостандың 60‑ҡа яҡын пр‑тиеһы ҡатнаша, “Халыҡ‑ара эшлекле осрашыуҙар: Өфө — 1997” конф. ойошторола.

Беренсе донъя һуғышы йылдарында Башҡортостанда Австро‑Венгрия империяһынан хәрби әсирҙәр була. Икенсе донъя һуғышы осоронда Башҡортостан яугирҙары, ш. иҫ. П.И.Анпилогов, М.И.Белов, В.М.Варфоломеев, А.С.Горин, Г.М.Подденежный, Ә.Ә.Фәтҡуллин, И.М.Цыбин, А. терр‑яһында Германия ҡораллы көстәрен тар‑мар итеүҙә ҡатнаша. 1989 й. Әшә—Оло Теләк т. юлындағы транспорт һәләкәтенән (ҡара: Техноген һәләкәттәр) һуң ҡайһы бер А. фирмалары ҡаза күргәндәргә медикаменттар һәм мед. ҡорамалдары м‑н ярҙам итә. А. тикшеренеүселәре Й.Вастл, Р.Лах, А.Каппелер һ.б. башҡорттар тураһында хеҙмәттәр яҙған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019