Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АВТОМОДЕЛЬ СПОРТЫ

Просмотров: 1384

АВТОМОДЕЛЬ СПОРТЫ, автомобиль (кордалы, радио м‑н идара ителеүсе, трасса өсөн) моделдәрен конструкциялау һәм әҙерләү, улар м‑н махсус трассаларҙа йөрөш һынауҙарында идара итеү б‑са ярыштар. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башынан трасса автомоделизмы үҫешә. 1980 й. Өфөлә ӨПЕЗ‑дең Балалар техник ижады һарайы эргәһендә автомоделдәр лаб., 1981 й. ӨМЭПБ эргәһендә “Умелец” йәш техниктар клубы, 1983 й. Бөрө ҡ. йәш техниктар ҡала станцияһы эргәһендә клуб асыла. А.с. б‑са ярыштар үткәреү өсөн Өфөлә “Смена” (1987) һәм “Инорс” (1989) трассалары асыла. 1987 й. алып респ. даими рәүештә Рәсәй чемпионаттары һәм беренселектәре, СССР һәм Рәсәй Кубоктары үткәрелә. “Смена” балалар һәм үҫмерҙәр ассоциацияһы командаһы — Рәсәй чемп. (1998, 2000), Рәсәй Кубоктарын яулаусы (1996—97); үҫмерҙәр араһында СССР (1986—88) һәм РСФСР (1987—89) Кубоктарын яулаусы, Рәсәй беренселеге еңеүсеһе (2000). “Умелец” йәш техниктар клубы командаһы — Рәсәй чемп. (2001, 2003), Рәсәй Кубоктарын яулаусы (1992, 1994—95, 1998—99, 2002—03, 2005); үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (1998—99, 2003) һәм Рәсәй Кубоктарын яулаусы (1992, 1994—95, 2002). Үҫмерҙәр араһында СССР Кубогын А.Е.Рублёв (1986—88), А.Е.Сурков һәм С.А.Юдин (1987—88) яулай. А.С.Алексеев (1988—2000), А.Н.Әхмәтдинов (11 тапҡыр; 1988—2004), Д.В.Холопов (1998, 2000), И.Р.Юнысов (1999), С.Р.Алексеев (1999, 2000), К.А.Герасимов (2003), Д.В.Карамов (2000, 2002, 2007), А.Р.Әмиров (2003, 2010) Рәсәй чемп. була. РСФСР Кубогын Рублёв (1987—88) яулай; Рәсәй Кубогын — А.А.Коротков (1992, 1994—95), А.Н.Васильченко (1993, 1995), А.В.Холопов (1994—95), Р.К.Сарйәров (1995), Юнысов (1994, 1996, 1998—99), А.С.Алексеев (1996—99), Әхмәтдинов (1996—97, 1999, 2002—04), Г.В.Михайлов (2002—03), Карамов (2002—03, 2007—08). Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге 2 автомодель трассаһы, 2 А.с. клубы эшләй, уларҙа 100‑ҙән ашыу кеше шөғөлләнә (2010). 1991 й. алып Рәсәй А.с. федерацияһының төбәк бүлексәһе эшләй. А.с. м‑н тренерҙар О.Л.Андреев, А.А.Мелещук, К.З.Сарйәров, И.В.Якимов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: