АҘНАБАЕВА Флүрә Фәтхи ҡыҙы
АҘНАБАЕВА Флүрә Фәтхи ҡыҙы (29.3.1937, Силәбе өлкәһе Туҡтыбай а. — 13.1.2022, Өфө ҡ.), педагог‑методист. Педагогия фәндәре кандидаты (1988). БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1993). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 1‑се Белорет урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1962 й. алып “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы хеҙмәткәре, “Русский язык в башкирской школе” (“Башҡорт мәктәбендә урыҫ теле”) журналының яуаплы секретары. 1986 й. башлап Милли мәғариф проблемалары институтының Башҡортостан филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1993 й. — мөдир, бер үк ваҡытта 1999—2006 йй. Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. мәктәптәренең башланғыс кластарында урыҫ телен уҡытыуҙың яңы технологияларына, үҫтереүсе белем биреү проблемаларына арналған. Башҡ. мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн урыҫ теле дәреслектәре авторы.
Х е ҙ м.: Русский язык: учебник для 1 класса башкирской школы. Уфа, 1977; Русский язык: учебник для 4 класса башкирской школы. Уфа, 2000; Русский язык: книга для чтения в 3 классе башкирской школы по системе развивающего обучения Д.Б.Эльконина—В.В.Давыдова—В.В.Репкина. Уфа, 2009 (авторҙ.).
Р.В.Әлмөхәмәтов
Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина