“АҠБУҘАТ”, журнал
“АҠБУҘАТ”, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Яҙыусылар союзы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы — 5 мең дананан ашыу (2021). 1989 й. майынан “Ағиҙел” журналы эсендәге журнал булараҡ “Бәпембә” исеме менән сыға башлай, 1991 й. алып хәҙерге статуста һәм хәҙерге исем менән нәшер ителә. Балалар өсөн башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры әҫәрҙәре, йомаҡтар, уйындар, башватҡыстар һ.б. баҫыла. Балаларҙы мәктәпкә әҙерләүгә арналған махсус бүлектәре бар. Рубрикалары: “Бәпембә”, “Минең белгем килә”, “Башҡорт теле — туған телем”, “Инглизсә өйрәнәйек әле” һ.б. Мөхәррирҙәре: Ф.Һ.Туғыҙбаева (1991 й. алып), Т.И.Юлдашева (Т.Искәндәриә; 2010 й. алып), Л.Х.Абдуллина (2020 й. алып).
Тәрж. Р.М.Шәрипова