АҠБУТИНА Әлфиә Носрат ҡыҙы
1796
АҠБУТИНА Әлфиә Носрат ҡыҙы [9.10.1955, БАССР-ҙың Маҡар р-ны Үрге Этҡол а. (БР-ҙың Ишембай р-ны)], журналист. БР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1988). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) “Ленинец” гәз. хеҙм‑ре. 1978 й. алып (өҙөклөк м‑н) “Башҡортостан” гәз. эшләй: хәбәрсе, 1990 й. башлап өлкән хәбәрсе, 1993 й. — бүлек мөдире, 1995 й. — яуаплы секретарь, 1999 й. — баш мөхәррир урынбаҫары. 2011 й. алып “Башҡортостан ҡыҙы” ж. баш мөхәррир урынбаҫары. Ижт.-сәйәси темалы мәҡәләләр серияһы авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2005).
Тәрж. Р.М.Шәрипова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: