“АЛҒА”, гәзит
2257
“АЛҒА”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. Өфө губернаһы РСДРП(б) ҮБК‑ның башҡ.‑тат. секцияһы органы. 1917 й. авгусынан алып ноябренә тиклем Өфө ҡ. иҫке төрки телендә сыға, “Тормош” гәзите типографияһында баҫыла. Барлығы 7 һаны донъя күрә (6‑сы һаны 20 ноябрҙә; һуңғы һанының сыҡҡан ваҡыты билдәһеҙ). “А.” башҡ. һәм тат. халыҡтары араһында революцион пропаганда алып бара, большевиктар платформаһын һәм программаһын аңлатыусы мәҡәләләр баҫтыра. Мөхәррире — Б.Й.Нуриманов, Ә.С.Хәбиби.
Тәрж. Р.М.Шәрипова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: