АНАТОЛИЙ (Кузнецов Евгений Власович)
АНАТОЛИЙ (донъяуи исеме Кузнецов Евгений Власович, 28.5.1930, Иркутск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1979—90). Дини тәғлимәт канд. (1960). Архиепископ (1993), архимандрит (1968). Монахлыҡ ҡабул иткән (1960). Мәскәү дини акад. тамамлағандан һуң (1960) Мәскәү урта һәм юғары дини уҡыу йорттарында уҡыта. 1972 й. алып Мәскәү патриархияһы епархияларында епископ, викар епископ, 70‑се йй. 2‑се ярт. Антиохия патриархы эргәһендәге Мәскәү патриархы вәкиле, 1990 й. башлап Керчь викар епискобы (Мәскәү патриархияһының Сурож епархияһы, Бөйөк Британия). Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында мәхәлләләр һанын арттыра (14‑тән 48‑гә тиклем); уның дәүерендә тәре сиркәүе булған Епархия идаралығы бинаһы, бер нисә яңы ҡорам төҙөлә. Иконалар яҙыу һәм реставрациялау м‑н шөғөлләнә. 2‑се (1980) һәм 3‑сө (1964) дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә преподобный Сергий Радонежский (1980), 2‑се дәрәжә Мәскәү кенәзе изге благоверный Даниил (1990), 2‑се (2004) һәм 3‑сө (2000) дәрәжә Мәскәү һәм Коломна митрополиты святитель Иннокентий, 2‑се дәрәжә преподобный Серафим Саровский (2006), изге апостолдар Пётр һәм Павел (1980, Антиохия православие сиркәүе), равноапостольная изге Мария Магдалина (1988, Польша православие сиркәүе) орд. м‑н бүләкләнгән.
Хеҙм.: Русская икона //Малая Церковь: настольная книга прихожанина. М., 1992.
Н.П.Зимина
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина