Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АПАКАЕВ Пётр Андреевич

Просмотров: 622

АПАКАЕВ Пётр Андреевич (2.8.1936, БАССР-ҙың Ҡалтасы районы Иҫке Уръябаш а. — 18.4.2020, Йошкар-Ола ҡ.), педагог. Педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (1993). Мари ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991), Мари АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969). Мари педагогия институтын тамамлағандан һуң (1962) 1-се Республика музыка-художество мәктәп‑интернаты (Йошкар‑Ола ҡ.) уҡытыусыһы, 1972 й. алып Милли мәктәптәр ҒТИ‑ның (Мәскәү ҡ.) өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1977 й. — КПСС‑тың Мари өлкә комитеты бүлеге инструкторы, 1982 й. — В.М.Васильев исемендәге Мари тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ‑ның өлкән ғилми хеҙмәткәре. 1986 й. башлап Мари университетында (2001 й. тиклем башланғыс белем биреү педагогикаһы кафедраһы мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре педагогика һәм мәғариф тарихына, этнопедагогикаға, мәктәптә мари теле һәм мари әҙәбиәтен уҡытыу методикаһына арналған. Балалар өсөн нәфис әҫәрҙәр авторы. Я.Ялкайн исемендәге премия лауреаты (2003).

Хеҙм.: Образование и просветительское движение в Марийском крае. Йошкар-Ола, 2002; Путь к сердцу ребенка. Йошкар-Ола, 2003; Педагоги и педагогика. Йошкар-Ола, 2007.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021