Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРБИТРАЖ СУДЫ

Просмотров: 1164

АРБИТРАЖ СУДЫ, иҡт. бәхәстәрҙе хәл итеү һәм РФ Конституцияһы, 1995 й. 28 апр. ҡабул ителгән “РФ‑та арбитраж судтары тураһында” Федераль конституция законы, РФ‑тың Арбитраж процессуаль кодексы һ.б. федераль закондар тарафынан уның компетенцияһына индерелгән башҡа эштәрҙе ҡарау б‑са беренсе инстанция суд власы органы. 1935 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1931) БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Арбитраж комиссияһы (1922) нигеҙендә БАССР‑ҙың Дәүләт арбитражы (1987 й. тиклем БАССР МС‑ы эргәһендә) булараҡ төҙөлә. 1992 й. алып БР‑ҙың Юғары А.С., 2001 й. башлап БР А.С.

БР А.С. төп бурыстары: пр‑тиелар, учреждениелар, ойошмалар һәм граждандарҙың боҙолған йәки дәғүә ителгән хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау; эшҡыуарлыҡ өлкәһендә һ.б. иҡт. эшмәкәрлектә законлылыҡтың нығыныуына һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә ярҙам итеү. Суд составында граждандар һ.б. хоҡуҡи, адм. хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙән килеп тыуған бәхәстәрҙе ҡарау б‑са 2 коллегия эшләй. БР А.С. үҙенә мөнәсәбәте булған бөтә эштәрҙе лә ҡарай; яңы хәлдәр асылыу сәбәпле, үҙе ҡабул иткән һәм законлы көсөнә ингән суд акттарын ҡайтанан тикшерә; суд эшендә файҙаланылған йәки файҙаланыласаҡ закондың конституциялылығын тикшереүҙе һорап, РФ Конституция Судына мөрәжәғәт итә; суд практикаһын өйрәнә һәм дөйөмләштерә; закондарҙы һәм башҡа хоҡуҡи норматив акттарҙы камиллаштырыу б‑са тәҡдимдәр әҙерләй; суд статистикаһын анализлай. БР‑ҙың А.С. рәйесен һәм уның урынбаҫарын, РФ Юғары Арбитраж Суды рәйесе тәҡдименән сығып, РФ Президенты тәғәйенләй.

Рәйестәре: М.К.Әҙеһәмов (1922 й. алып), Толстой (1931 й. алып), Хәйбуллин (1935 й. алып), Н.Ҡ.Ғиззәтуллин (1948 й. алып), Ф.З.Зәғәфүрәнов (1969 й. алып), К.Р.Рәхмәтуллин (1971 й. алып), Ә.Ә.Шәмсетдинов (1975 й. алып), А.Н.Дәүләтшин (1987 й. ғин.), В.Х.Шәйхетдинов (1987 й. нояб.), Ф.М.Сафин (2000 й. алып), И.Г.Арсёнов (2008 й. алып).

Тәрж. Р.С.Мөфтәхетдинова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: