“АСКИНСКАЯ НОВЬ”, гәзит
2236
“АСКИНСКАЯ НОВЬ” (“Асҡын яңылығы”), ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары –БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Асҡын р‑ны Асҡын а. аҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ һәм татар (“Ышаныч” –“Ышаныс”) телдәрендә сыға. 1931 й. нояб. алып урыҫ һәм татар телдәрендә “Колхозник” һәм “Колхозчы” (икеһе лә – “Колхозсы”), 1936 й. – “Путь социализма” һәм “Социализм юлы”, 1965 й. – “Путь коммунизма” һәм “Коммунизм юлы”, 1991 й. – “Надежда” һәм “Ышаныч” булараҡ нәшер ителә; 2007 й. башлап хәҙ. исем м-н баҫыла. 1963–64 йй. нәшер ителмәй.
Тәрж. Р.М.Шәрипова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: