АФИНОГЕНОВ Денис Александрович
АФИНОГЕНОВ Денис Александрович (15.3.1974, Өфө ҡ.), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). “Салауат Юлаев” СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры — А.Н.Емелин). “Салауат Юлаев” (1992—97, 2002—03), “Торпедо” (Ярославль ҡ., 1998—99), “Лада” (Тольятти ҡ., 1999—2002), “Авангард” (Омск ҡ., 2003—04), “Витязь” (Чехов ҡ., 2004—05), “Металлург” (Новокузнецк ҡ.) һәм “Торпедо” (Түбәнге Новгород ҡ.; икеһе лә — 2005—06), “Торос” (Нефтекама ҡ., 2007—08) хоккей клубтары, Чехия (1997—98), Словакия (2005—06), Ҡаҙағстан (2006—07) клубтары өсөн сығыш яһай. Рәсәй чемпионы (2004), “Известия” (“Хәбәрҙәр”) гәзите призына (1995) һәм “Балтика” Кубогы (2000) халыҡ-ара турнирҙары еңеүсеһе, Халыҡ-ара хоккей федерацияһы Кубогын яулаусы (1994) һәм бронза призёры (1995), Милләт-ара хоккей лигаһы (1995—96) һәм Рәсәй (1997) чемпионаттарының бронза призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1995—2000). 2016 й. алып “Ағиҙел”, 2022 й. — “Аҡ айыуҙар” (“Белые медведицы”) ҡатын‑ҡыҙҙар хоккей командаларының баш тренеры.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина