Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЯТ

Просмотров: 1455

АЯТ (ғәр. айа — билдә, мөғжизә), айат, Ҡөрьәндә сүрәнең үҙ аллы мәғәнәһе булған иң бәләкәй ритмик өлөшө. Исламдың дөйөм догматик системаһы үҫеше осоронда — Хоҙайҙың төп “билдәһе”. Мосолман диненә ярашлы, А. Алланың ысын һүҙҙәре яҙылған. Мөхәммәт тәүҙә үҙенең вәғәздәрен тәшкил иткән айырым асылыштарҙы А. тип атай. Улар телдән телгә тапшырыла, ҡайһы бер асылыштарҙың ғына яҙмалары була. Күп кенә А., текстары үҙенсәлекле булыу арҡаһында, дингә яңы килеүселәргә аңлайышһыҙ була һәм Мөхәммәт улар өсөн аңлатмалар бирә. Ҡөрьәндең яҙма тексы барлыҡҡа килгәс, “А.” термины Ҡөрьән “шиғырҙарын” билдәләү өсөн ҡулланыла башлай. Ҡөрьәндә, төрлө иҫәп б‑са, хронологик эҙмә-эҙлелек һәм мәғәнәүи бәйләнеш һаҡланмайынса урынлаштырылған 6204, 6226, 6232 йәки 6236 А. бар. Улар бетеүҙәрҙә (башлыса беренсе сүрә “Фатиха”), мәсет, мәҙрәсә, башҡа мосолман учреждениелары, торлаҡ йорт интерьерҙарын биҙәгәндә ҡулланыла, ҡәбер таштарына яҙыла. Башҡорттарҙа үлгәндәрҙе иҫкә алыу һәм ерләү йолаларының бер өлөшө булып торған “А. уҡытыу” йолаһы бар. Шулай уҡ яңы өйгә күскәндә йәки алыҫ юлға сығыр алдынан А. уҡыла.

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: