Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҒЫШАЕВ Зәйнулла Абдулғәлим улы

Просмотров: 1211

БАҒЫШАЕВ Зәйнулла Абдулғәлим улы (16.1.1946, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2004), проф. (2004). В.И.Ленин ис. Хәрби‑сәйәси акад. тамамлаған (Мәскәү, 1977). 1967 й. алып СССР ЭЭМ‑ының эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә; 1979 й. башлап Һарытау эске ғәскәрҙәренең юғары хәрби уч‑щеһы уҡытыусыһы, 1992 й. — конституцион һәм адм. хоҡуҡ каф. начальнигы. 1997 й. алып ӨЮИ нач. урынбаҫары, 1999 й. — БР‑ҙың Фән, юғары һәм урта проф. белем б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе, 2000 й. — РФ Дәүләт думаһының 3—4‑се саҡырылыш депутаты. 2007 й. башлап П.А.Столыпин ис. Волга буйы дәүләт хеҙмәте акад. (Һарытау ҡ.) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре хәҙ. Рәсәйҙә хоҡуҡ һәм мәғариф үҫеше проблемаларына арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Российское административное право. М., 1996 (авторҙ.); Стратегия развития российского образования. М., 2003; Профессионально-педагогическая мобильность. М., 2004 (авторҙ.).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019