Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙЫМОВ Әхмәтғази Хаммат улы

Просмотров: 958

БАЙЫМОВ Әхмәтғази Хаммат улы [1876, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байым а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 17.11.1964, шунда уҡ], дин әһеле. Байым ишандың бүләһе. Муллаҡай мәҙрәсәһендә, унан Орск өйәҙенең Темәс а. һәм Орск ҡ. мәҙрәсәләрендә уҡыған. Ғәрәп, фарсы, төрки телдәрен белгән. 1898 й. алып тыуған ауылы мәҙрәсәһендә мөҙәрис, ул ябылғандан һуң, грамота мәктәбендә уҡыта. 1-се Башҡ. ҡоролтайында (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) ҡатнаша. Башҡорт хөкүмәте Темәстә саҡта Ә.Ә.Вәлидов бойороҡтарын үтәй. 1920 й. башында Х.Г.Унасов отрядына коммунист ауылдаштарын атырға юл ҡуймай. 1928 й. ҡулға алына, Өфө төрмәһендә ултыра. 30‑сы йй. колхозда эшләй, бер үк ваҡытта мулла. Бай китапханаһы була. Күрәҙәлек һәләтенә эйә, дауалау, бетеү әҙерләү м‑н шөғөлләнә. Аҡмулла һәм Р.Ф.Фәхретдинов м‑н таныш була, уларҙың реформаторлыҡ идеяларын уртаҡлаша.

Р.Ә.Байымов, Х.Х.Минһажетдинова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: