Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙМАҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

Просмотров: 1780

БАЙМАҠ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1997 й. Баймаҡ ҡ. Мосолман дини ойошмаһы башланғысы б‑са халыҡтың һәм Баймаҡ р‑ны пр‑тиеларының хәйер аҡсаһына төҙөлә. БР Диниә назаратына ҡарай. 1998 й. алып эшләй. Мәсет (17x15x3,7 м) бер ҡатлы, сатыр ҡыйыҡлы, стеналары ҡыҙыл кирбестән һалынған. Манараһы Каруанһарай манараһына оҡшатып эшләнгән, мәсет бинаһына төкәтеп төҙөлгән (бейеклеге көмбәҙе м‑н бергә — 38 м). Мәсеттә 2 намаҙ уҡыу залы бар. Б.й.м. эргәһендә Ҡөрьәнде “көйләп уҡыу” йолаларын һәм ғәрәп яҙыуын өйрәнеү курстары ойошторолған, китапхана бар. Мәсет ҡаланың дини үҙәге булып тора, унда мөхтәсибәт ултырыштары үткәрелә. Имам‑хатиптары: Х.И.Буранбаев (1998 й. алып һәм 2005 й. алып), М.Мәүлитов (2000 й. алып), М.Ғ.Сәғитов (2001 й. алып).

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: