Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙМЫРҘИНА Вилә Искәндәр ҡыҙы

Просмотров: 1418

БАЙМЫРҘИНА Вилә Искәндәр ҡыҙы (1.7.1953, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъюл а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2014), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2009), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2007). СДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Күгәрсен р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы, 1984 й. алып БАССР Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы әҙәби хеҙм‑ре. 1987 й. башлап (өҙөклөктәр м‑н) СДПА‑ла эшләй: 2006 й. алып матем. һәм тәбиғи фәндәр ф-тының пед. каф. мөдире, 2009—12 йй. — пед. һәм психология ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта пед. каф. мөдире. 1996 й. алып Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тында: дир. урынбаҫары, 1999 й. башлап пед. каф. мөдире. 2002 —14 йй. БДУ‑ла (2006—09 йй. пед. каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре пед. һәм мәғариф тарихына, дөйөм пед. проблемаларына, юғары белем биреүҙең теорияһына һәм методикаһына арналған. 140-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Этнопедагогика башкирского народа: история и современность. 2‑е изд., доп. Уфа; Стерлитамак, 2008.

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019