Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАСКЕТБОЛ

Просмотров: 1426

БАСКЕТБОЛ (ингл. basket — кәрзин һәм ball — туп), спорт төрө, спортсылар тупты бер-береһенә тапшырып, ҡаршы яҡтың сеткалы ҡулсаһына (кәрзингә) ташлау маҡсатын ҡуйған команда спорт уйыны. Башҡортостанда 20 б. 20‑се йй. алып үҫешә. 1923 й. Өфөнөң ирҙәр йыйылма командаһы Волга буйы Олимпиадаһында 2‑се урын ала. 1952 й. Өфөлә Б. б‑са ДЮСШ (ҡара: Олимпия резервы спорт мәктәбе №2) асыла. Респ. 1975 й. алып Б. б‑са бөтә Рәсәй ярыштары (РСФСР һәм Рәсәй зона беренселектәре; 1992—93 йй., 1997 й. — кадеттар араһында Рәсәй беренселеге финалдары), 1978 й. башлап йыл һайын “Ҡыҙғылт һары туп” респ. турниры үткәрелә. Респ. Б. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры — студенттар араһында СССР чемп. (1967) Ә.Ғ.Вәлитов. 50—70‑се йй. Өфөнөң йыйылма командаһы “Хеҙмәт” ДСО‑һы Бөтә Союз беренселегенең 1‑се төркөмөндә уйнай, 1958 й. бронза призёры була. БАССР йыйылма командаһы 1958 й. РСФСР беренселегенең 2‑се төркөмөндә еңә, 1959 й. РСФСР халыҡтары спартакиадаһының финалында уйнай. 70‑се йй. “Химик” ирҙәр командаһы РСФСР беренселегенең 1‑се лигаһында сығыш яһай; “Спартак” ҡатын-ҡыҙҙар командаһы — РСФСР һәм СССР беренселегенең 1‑се лигаһында; “Локомотив” ҡатын-ҡыҙҙар командаһы (бөтәһе лә — Өфө) — Рәсәй беренселегенең юғары лигаһында. Ҡыҙҙар араһында респ. йыйылма командаһы — Рәсәй чемп. (1991—92, 2000, 2004), БДБ беренселегенең бронза призёры (1992); егеттәр араһында респ. йыйылма командаһы — Рәсәй (1997, 2002, 2004, 2007, 2010) һәм Рәсәй уҡыусылары спартакиадаһы (2009) чемп., РСФСР (1982) һәм Рәсәй (2001, 2006) беренселектәренең көмөш призёры, Рәсәй беренселегенең бронза призёры (2009). БР баскетболсылары араһында В.Н.Дьячков — тимер юлсылар араһында донъя чемп. (1988, 1990), А.В.Трушкин — кадеттар араһында Европа чемпионатының көмөш призёры (1997), ирҙәр араһында А.В.Долопчи — Рәсәй чемпионатының бронза призёры (1999) һәм И.Е.Смыгин — Рәсәй кубогын яулаусы (2008). 2001—03 йй. Өфөнөң 2‑се СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүселәре Е.В.Коковихина, Смыгин кадеттар араһында Рәсәй йыйылма командаһы составына инә. Респ. Б. б‑са СДЮШОР, 59‑ҙан ашыу ДЮСШ бүлеге, балалар һәм үҫмерҙәр физик әҙерлек клубтары бар, уларҙа 62 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2010). 1968 й. алып БР Б. федерацияһы эшләй. Б. м‑н тренерҙар Р.Л.Боков, Т.Ю.Бокова, А.С.Исаев, Р.Б.Йәнекәев, Ю.Н.Максимов, В.К.Плохов, В.С.Сахнов, Ю.Г.Семёнов, Ю.М.Трифонов, халыҡ-ара категориялы судья В.Ю.Охрименко, бөтә Союз категориялы судья В.Ю.Серганин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.С.Исаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019