Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҪМАСЫЛЫҠ

Просмотров: 1739

БАҪМАСЫЛЫҠ (төрки баҫмаҡ — һөжүм итеү), Урта Азия төрки халыҡтарының Совет власына ҡаршы баш күтәреүселәр хәрәкәте. Хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың үҙ атамаһы — “мөжәһиттәр”, “ҡорбаштар”. 1918 й. февр. “Коканд автономияһы” (1917 й. нояб. — 1918 й. февр. Төркөстан авт. хөкүмәте) ҡолатылғандан һуң башлана, иң юғары күтәрелеш 1919—22 йй. күҙәтелә, 1929—31 йй. ҡабат тоҡана, 1935 й. баҫтырыла. Б. соц. нигеҙен ырыу аҡһөйәктәре, мосолман руханиҙары, милли буржуазия етәкселегендәге ярлы һәм урта хәлле ҡатламдар — крәҫтиәндәр (диһҡандар), һөнәрселәр — тәшкил итә. Б. идеологтары араһында Ә.Ә.Вәлидов, М.Чоҡаев (Төркөстан авт. хөкүмәте башлығы), Әнүәр паша (Беренсе донъя һуғышы йылдарында Төркиә м‑н идара итеүсе триумвират башлығы, йәш төрөктәр лидеры) була. Б. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре Ә.Варисов, Инан Әбделҡадир, Х.Игелеков, Ә.Ғ.Ишмырҙин, С.С.Мағазов, И.И.Мутин, У.Н.Тереғолов (ҡара: Тереғоловтар), М.Шаһҡулов; һуңыраҡ Бохара һәм Хиуа халыҡ совет респ. (1920 й. Бохара әмирлеге һәм Хиуа ханлығы ҡолатылғандан һуң төҙөлгән) етәксе вазифалар биләүсе Ә.Арифов, Х.Алыҡаев, И.Исхаҡов, Һ.Йәнбухтин һ.б. килеп ҡушыла. Хәрәкәт 1920 й. идеологик яҡтан формалаша һәм ойоша. “Эрк” (Үзбәкстан), “Алаш” (Ҡаҙағстан) партиялары, йәдитселек яҡлылар һ.б. 1921 й. яҙында Урта Азияның милли мосолман йәмғиәттәре федерацияһына (Төркөстан милли берлеге) берләшә. Федерация ҮК‑ны Вәлидов етәкләй. Ул әҙерләгән платформа үҙ ғәскәри көсө һәм идаралығы булған, үҫешкән милли белем биреү системаһы, Көнбайышҡа тартым мәҙәниәте, дине дәүләттән айырым булған бойондороҡһоҙ берҙәм Төркөстан демократик респ. ойошоуын күҙ уңында тота. Баҫмасыларҙың ҡораллы отрядтары Фирғәнә, Алай һәм Арпин үҙәндәрендә, Һырдаръя һәм Сәмәрҡәнд өлк., Көнсығыш Бохара, Хиуа, Ҡараҡом һәм Урта Азияның башҡа райондарында хәрәкәт итә. Улар составында Вәлидов етәкс. иткән башҡ. батальондары Зарафшан й. үрге ағымында партизандар һуғышы алып бара. Улар алдына Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәрен Сәмәрҡәнд өлк. үткәрмәү бурысы ҡуйыла. Дөйөм программа ҡабул итеү хәрәкәт берҙәмлеген тәьмин итмәй. Ҡолатылған Бохара әмире яҡлы баҫмасылар, большевиктарға лояль мөнәсәбәттә булыусылар, Әнүәр паша ғәскәрҙәре хәрәкәтенә ҡамасау яһай. Улар тарафынан Башҡ. запас уҡсылар полкы офицерҙары (бер туған Йәнекәевтәр, У.Мәмләев, С.Саҡаев, ағалы-ҡустылы Һөйөндөковтар һ.б.) һәм Исхаҡов етәкс. Бохара хәрби уч‑щеһының 40 курсанты мәкерле үлтерелә, был хәл Башҡортостандан сыҡҡан Б. ҡатнашыусылар әүҙемлегенең кәмеүенә алып килә. Б. төп көстәрен Төркөстан фронты ғәскәрҙәре, Ҡыҙыл Армияның көстәре һ.б. ҡыйрата.

Әҙәб.: Султанбеков Б. Страницы секретных архивов. Казань, 1994; Юлдашбаев А.М. Известный и неизвестный Заки Валиди (в памяти своих современников). Уфа, 2000.

М.Ғәлиева, Р.Н.Ҡотошов

Тәрж. С.М.Рәхимова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019