Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШГИПРОВОДХОЗ

Просмотров: 1085

“БАШГИПРОВОДХОЗ” Башҡортостан Республикаһының һыу хужалығы һәм тәбиғәтте һаҡлау объекттарын проектлау буйынса проект‑тикшеренеү институты, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1964 й. Өфөлә “Гипроводхоз” Куйбышев филиалы составында проект‑тикшеренеү экспедицияһы булараҡ асыла, 1970 й. алып “Средволгогипроводхоз” ин‑тының (Куйбышев ҡ.), 1971 й. — “Южуралгипроводхоз” ин‑тының (Силәбе ҡ.) Башҡ‑н филиалы, 1975 й. — “Б.” Мелиоратив объекттарҙы проектлау б‑са Башҡ‑н дәүләт проект‑тикшеренеү ин‑ты, 1989 й. — “Башводмелиорация” берекмәһе составында, 2003 й. — хәҙ. исемен йөрөтә (2005 й. алып ААЙ). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: гидрологик, инженер‑геодезик һәм геол. тикшеренеүҙәр үткәреү; һыу хужалығы һәм мелиоратив төҙөлөштөң, а.х. һыу менән тәьмин итеүҙең проект‑смета документацияһын әҙерләү; һыу ресурстарын комплекслы файҙаланыу һәм һаҡлау схемаларын төҙөү; кесе гидроэлектростанциялар һәм һыу тирмәндәрен, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын күмеү б‑са полигондарҙы, респ. һуғарыу системаларын реконструкциялауҙы проектлау; Т‑ЯМЙБ (тирә‑яҡ мөхиткә йоғонтоно баһалау) бүлектәрен, граждандарҙы һаҡлау һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр б‑са инженер‑техник сараларҙы, гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлеге декларацияһын әҙерләү. Институт составында филиал, 10 производство бүлеге, тупраҡ‑грунт лабораторияһы. 2011 й. 99 кеше эшләгән. Институт респ. мелиорацияһы схемаһын, ауыл халҡын эсәр һыу м‑н тәьмин итеү программаһын булдыра. Институт проекттары б‑са Ҡарлыман (Ҡырмыҫҡалы р‑ны), Кушнаренко, Яңы Раевка (Әлшәй р‑ны), Сәрмәсән (Бүздәк р‑ны) һәм “Дмитриевка” совхоз‑заводы һуғарыу системалары; Аҡъяр һыуһаҡлағысы, Маҡан (Хәйбулла р‑ны), Ыҫлаҡ (Әлшәй р‑ны) һыуһаҡлағыстары; Таналыҡ һыуһаҡлағысы; Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы төркөмлө һыу үткәргестәре, “Дмитриевка” совхоз‑заводының балыҡ хужалыҡтары, балыҡ питомниктары һ.б. төҙөлә. Дир.: И.И.Добрынин (1964 й. алып), М.М.Юлбарисов (1978 й. алып), В.В.Маслов (1987 й. алып), М.Х.Әбләзов (1999 й. алып), Ш.К.Шабаев (2010 й. алып).

Ш.К.Шабаев

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019