Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШКИРСКАЯ НЕФТЬ” (“Башҡортостан нефте”), бюллетень

Просмотров: 1094

“БАШКИРСКАЯ НЕФТЬ” (“Башҡортостан нефте”), бюллетень. Башҡортостан республикаһы нефть һәм газ сәнәғәте фәнни-техник йәмғиәте органы. Өфө ҡ. урыҫ телендә айына 1 тапҡыр сыға. 1936 й. алып “За башкирскую нефть” исеме аҫтында баҫыла, 1945—59 йй. — “Б.н.”. Бюллетень биттәрендә республика һәм ил сәнәғәте нефть һәм газ тармаҡтарының көнүҙәк проблемалары яҡтыртыла, нефть сығарыу һәм эшкәртеү, скважиналар быраулау һәм файҙаланыу технологияларына, инновациялы ысулдар һәм технологиялар индереүгә арналған мәҡәләләр һ.б. донъя күрә.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.04.2023
Связанные темы рубрикатора: