Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН ПРОМСТРОЙПРОЕКТЫ”

Просмотров: 884

“БАШҠОРТОСТАН ПРОМСТРОЙПРОЕКТЫ” проект һәм конструкторлыҡ институты, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1959 й. трест №21 Өфө проект бюроһы нигеҙендә “Башгипрооргпромстрой” ин‑ты булараҡ асыла, 1965 й. алып “Госхимпроект” ин‑тының (Мәскәү) Өфө бүлексәһе, 1969 й. — “Куйбышев Промстройпроекты”, 1977 й. — “Төмән Промстройпроекты” ин‑тының Өфө филиалы, 1987 й. хәҙ. исемен йөрөтә, 1998 й. хәҙ. статусын ала. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — торлаҡ‑гражданлыҡ төҙөлөшө, нефтехимия сәнәғәте һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте объекттарын проектлау. Ин‑т составында 14 бүлек. 2010 й. 105 кеше эшләгән. Ин‑т тарафынан “Сода” ААЙ‑нда сәнәғәт ташландыҡтарынан бәйләүес матдәләр етештереү тәжрибә производствоһы; Когалым, Нефтеюганск ҡҡ. төҙөлөш ойошмалары базалары һ.б.; Латвия, Украина, Үзбәкстанда сәнәғәт объекттары; “Уфаоргсинтез” ААЙ (Яһалма сүс проектлау дәүләт ин‑ты м‑н берлектә, Мәскәү) һәм Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының айырым производстволары, “Уфахимпром” ААЙ‑ның гербицидтар цехтары (“Гипрополимер” ин‑ты м‑н берлектә, Мәскәү) проектлана. Ин‑т проекттары б‑са Башҡортостанда тәүге тапҡыр ригелһеҙ каркас конструкцияларында 9 һәм 16 ҡатлы торлаҡ йорттар (Өфө), “Полиэф” ААЙ‑ның 7 ҡатлы монолит корпусы, Октябрьский, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ. эре панелле йорттар төҙөү, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. тимер‑бетон изделиелар з‑дтары, Ҡурсаҡ театры, ВАЗ автоүҙәге, Өфөлә 3‑сө гимназияға (ҡара: Гимназия №3) төкәтмә төҙөлә. “Алтын бөркөт” (1997, Франция), “Прогресс хаҡына партнёрлыҡ” халыҡ‑ара программаһының “Гран-при” (1998, Италия) дипломдары м‑н бүләкләнгән. Дир.: Л.А.Волков (1959 й. алып), С.С.Периков (вазифа башҡарыусы, 1961 й. алып), Л.И.Гришин (1962 й. алып), Н.М.Коловертнова (1974 й. алып), К.А.Мансуров (2009 й. алып).

К.А.Мансуров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019