“БАШҠОРТОСТАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ”, журнал
1695
“БАШҠОРТОСТАН АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ”, ғилми‑производство журналы. БАССР‑ҙың Ауыл хужалығы министрлығы органы. Өфө ҡ. 1955—62 йй. айына 1 тапҡыр башҡ. һәм урыҫ телдәрендә сыға. Журнал биттәрендә ауыл хужалығының көнүҙәк проблемалары, производство алдынғыларының тәжрибәһе яҡтыртыла, ауыл хужалығы фәне ҡаҙаныштары тураһында материалдар, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуаптар, белгес кәңәштәре һәм консультациялары баҫыла. Мөхәррирҙәре: С.А.Байтүрин (1955), З.Ю.Вахитов (1955—62).
Р.В.Гәрәев
Тәрж. Р.М.Шәрипова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.08.2023
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: