Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН ЙӘШТӘРЕ”, гәзит

Просмотров: 1195

“БАШҠОРТОСТАН ЙӘШТӘРЕ”, ижтимағи‑сәйәси гәзит. ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитеты органы. Өфө ҡ. аҙнаһына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1925 й. 27 мартынан 1930 й. 30 мартына тиклем (1926 й. 1 октябренән алып 1928 й. 1 февраленә тиклем — ике аҙнаға 1 тапҡыр журнал-гәзит булараҡ) нәшер ителә. “Б.й.” йәштәрҙең республиканың ижтимағи‑сәйәси тормошонда ҡатнашыуы хаҡында мәҡәләләр һ.б. материалдар, художестволы әҫәрҙәрҙән өҙөктәр һ.б. баҫыла. Мөхәррирҙәре: Ғ.А.Ҡушаев (1925), Ғ.Амантай (1925), Р.Х.Мағазов (1927 й. алып), Ҡ.Х.Әбделмәнов (1928 й. алып), Д.Юлтый (1929 й. алып).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.02.2024