Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН—АҠШ”, йәмғиәт

Просмотров: 1097

“БАШҠОРТОСТАН—АҠШ”, Башҡортостан Республикаһы һәм АҠШ халыҡтары араһында мәҙәни һәм ижт. бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында ойошторолған респ. дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек йәмғиәте. Өфөлә урынлашҡан. Башҡ‑н респ. Тыныслыҡты һаҡлау комитеты башланғысы м‑н 1995 й. ойошторола. Халыҡ дипломатияһы ассоциацияһына инә. Йәмғиәт Башҡортостан һәм Америка халыҡтарының телен, мәҙәниәтен, традицияларын, йолаларын пропагандалау б‑са саралар (конф., осрашыуҙар, рәсми визиттар) ойоштора. 1997 й. “Б. — А.” йәмғиәтенә Вашингтон Конгресс бинаһындағы АҠШ флагы бүләк ителә. Гимназия №3, Педагогия колледжы №1 һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Йәмғиәт ярҙамында Милли китапханала Америка үҙәге асыла (2001). Йәмғиәт м‑н С.Ә.Хамматова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

С.Ә.Хамматова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.12.2019