Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЯЗИТОВ Мөхәммәтсафа Атаулла улы

Просмотров: 1231

БАЯЗИТОВ Мөхәммәтсафа Атаулла улы (11.12.1877, С.‑Петербург — 1937 дек.), дин әһеле, Ырымбур мосолман дини йыйылышы мөфтөйө (1915—17). Ахун (1912). “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһендә (Ҡазан) һәм С.‑Петербург ун‑тында (1903—06) уҡыған. 1911 й. алып С.‑Петербургтың 2‑се мосолман мәхәлләһе имам‑хатибы, мөҙәрисе. 1914 й. башлап С.‑Петербург хәрби округының хәрби ахуны, бер үк ваҡытта Паж һәм Кадет корпустарында, Николай инженер уч‑щеһында һәм Ксения ин‑тында мосолман дин ғилеме уҡытыусыһы. 1912—14 йй. монархия яҡлы йүнәлешле “Нур” гәз. (Рәсәйҙә татар телендәге тәүге гәзит, 1905 й. ойошторола) нәшер итеүсеһе һәм мөхәррире. Исламды өйрәнеү, мосолман мәғарифы һәм хәйриәнең үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында булдырылған “Сирател-Мөстәҡим” (“Тура юл”) Бөтә Рәсәй мосолмандары союзын ойоштороусыларҙың береһе. Б. йәдитселек яҡлыларҙың эшмәкәрлегенә ҡаршы була. 1916 й. “Мәғлүмәт мәхкәмәи шәрғиә әл‑ырынбургиә” ж. сығарыуҙы тергеҙә. Февраль революцияһынан һуң мөфтөй вазифаһынан бушатыла, унан Петроградта имам‑хатип хеҙмәтен үтәй (өҙөклөктәр м‑н). Репрессиялана (1932), лагерҙа үлә, 1989 й. аҡлана. 2‑се (1916) һәм 3‑сө дәрәжә (1913) Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: Аминов Д.А. Татары в Ст. Петербурге: ист. очерк. СПб., 1994.

Г.Ю.Мыздрикова

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019