Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЛӘБӘЙ УРТА МӘКТӘБЕ №1

Просмотров: 966

БӘЛӘБӘЙ УРТА МӘКТӘБЕ №1, 1877 й. ҡыҙ балалар мәхәллә училищеһы булараҡ нигеҙ һалына, 1899 й. алып 2 класлы Мариин уч‑щеһы, 1901 й. — ҡыҙ балалар прогимназияһы, 1906 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1907 й.) — гимназия, 1920 й. — 1‑се һанлы 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. — 1‑се фабрика‑завод 9 йыллыҡ мәктәбе, 1934 й. — 1‑се Бәләбәй урта мәктәбе. 1951 й. В.П.Ферапонтов исеме бирелә. Музейы бар. 1945 й. алып мәктәпте 4,2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында М.Н.Буранғолова, А.Ф.Гнусин, Н.Н.Голубков, Д.Ғ.Йәнекәев, А.И.Левин, М.Д.Маслов, А.А.Романов, И.М.Сөнәғәтуллин, К.М.Сәлихов, Ферапонтов. Мәктәп бинаһына (1895 й. төҙөлгән, архитектура ҡомартҡыһы) Ферапонтовҡа (1980) һәм 1941—43 йй. бында урынлашҡан Мәскәүҙән эвакуацияланған В.И.Ленин ис. Хәрби‑сәйәси акад. (1979) арналған 2 мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Мәктәп биләмәһендә уның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған уҡытыусылары һәм уҡыусыларына арналған мемориаль комплекс урынлашҡан (1975).

Д.Ф.Хәбибрахманов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019